Йәш булыуына ҡарамаҫтан, эстрадабыҙҙа күптән инде үҙ урынын тапҡан, яҡты йондоҙ булып балҡыған солисыбыҙ Искәндәр Ғәзизов тамашасыларын яңы концерт программаһы менән ҡыуандырырға ашыға!
29 март! Тик бер генә көн! Филармонияның Ҙур залында Искәндәр Ғәзизов һәм уның ижадташ дуҫтары.
«Гәлсәр һандуғас» телевизион конкурсында ҡатнашып, оҫта башҡарыусы, һәләтле йырсы булараҡ танылыу яулап Искәндәр Ғәзизов эстрадабыҙға ышаныслы аҙымдар менән килеп инде. Артабан ул «Дуҫлыҡ моңо», «Урал моңо» халыҡ-ара конкурс-фестивалдәрендә, «Ирәндек моңдары» төбәк-ара конкурстарында призлы урындарға лайыҡ булып, үҫеп үҙен өлгөргән йырсы итеп күрһәтте.
29 март үтәсәк музыкаль тамашала Искәндәрҙең дуҫтары: эстрадабыҙҙың легендаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы - Роза Аккучукова, моңло һандуғасыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы - Алһыу Бәхтиева, осҡон сәсеп тороусы дәртле башҡарыусы Иҙел Нурғәлин һәм «Синяя птица» телевизион проекты еңеүсеһе Ләйсән Золотарева ҡатнаша. Концертты алып бара - Башҡортостандың халыҡ артисы Вәлит Илембәтов. Режиссеры – Миңзәлә Яхина.
развернуть