Концерт в рамках цикла «Наследие моего народа».
Участвуют Азамат Тимиров, Айгуль Сагинбаева, марсель Кутуев, Минзифа Искужина, национальный оркестр народных инструментов РБ, Государственная академическая хоровая капелла им.Т.САйфуллина, лауреаты регионального конкурса исполнителей протяжной песни «Озон-кой».
Башҡорт дәүләт филармонияһы «Халҡым мираҫы – оҙон-көй» концерттар циклын дауам итеп 15 МАРТ «Тарих төпкөлөнән урғылып аҡҡан оҙон-көй» тамашаһын тәҡдим итә. Оҙон-көйҙө башҡарыу сәнғәте башҡорт халҡының быуындан-быуынға тапшырылып килгән һәм бөгөн дә үҙенең абруйын һис тә юғалтмаған ата-бабалар мираҫы. Ошо сәнғәтте һаҡлау, үҫтереү, уға ҡарата ихтибарҙы арттырыу, уны бар донъяға танытыу маҡсатында филармониябыҙҙа байтаҡ эштәр башҡарыла.
15 МАРТ үтәсәк милли байрамда ла оҙон-көйҙөң бай мәҙәни тарихы, уның моңо, киңлеге менән танышырһығыҙ. Халҡыбыҙҙың феномены булған йырҙарҙы Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Миңзифа Исҡужина, Татарстандың атҡаҙанған артисы Айгөл Һағынбаева һәм халы-ара, республика конкурстары лауреаты Марсель Ҡотоев, Таһир Сәйфуллин исемендәге Дәүләт академия хор капеллаһы башҡарыуында ишетерһегеҙ. Музыкаль яҡтан кисәне республикабыҙҙың Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры биҙәйәсәк.
Тылсымлы моң даръяһында йөҙөү мөмкин!
развернуть